Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 14:21

Беҙҙең һалдаттарға йылы бейәләйҙәр

Стәрлебаш районынан Фирүзә Вәлиева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға уңайлы бейәләйҙәр бәйләп килтергән, тип яҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Беҙҙең һалдаттарға йылы бейәләйҙәр
Беҙҙең һалдаттарға йылы бейәләйҙәр

Ҡышын йылы бейәләйҙәр һалдаттарға бик кәрәк. Фирүзә ханым уларҙы ҡорал тоторға уңайлы итеп – күрһәткес бармаҡҡа айырып бәйләгән. Әйткәндәй, уңған апайҙың бейәләй, бирсәткәләре – кәзә дебетенән, ә нәскиҙәре дөйә йөнөнән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар башлаған “Йөрәк йылыһы” акцияһы дауам итә. Әйберҙәрегеҙҙе урындағы ҡоролтайҙарға йәки Өфө ҡалаһы, Революцион урамдағы 43-сө йортҡа килтерә алаһығыҙ.

ФОто: vk.com (Ҡоролтай-Курултай төркөмө).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: