Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 11:00

Барыһы ла Еңеү өсөн

Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға үҙенең УАЗ-ын бүләк иткән.

Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн

Григорий Грыбиняк 12-се гвардия инженер бригадаһы (Алкин-2) яугирҙарына үҙенең УАЗ-2206 автомобилен тапшырған.

Ул был автомобилдә дуҫтары менән балыҡҡа йөрөгән, ә юлһыҙ ерҙәрҙә сәфәрҙә уға тиңдәр булмаған.

 

Григорий Михайлович, алғы һыҙыҡта  үҙенең «буханкаһы» егеттәргә нығыраҡ кәрәк тип иҫәпләй.

 

Ир, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаны азат итеүҙә ҡатнашып һәләк булған олатаһы уның ҡарарын хуплар ине, тип ышана.

Григорий шулай уҡ бер нисә пар йылы итек һәм берцы, термокейем һәм фронтта   кәрәкле башҡа әйберҙәр алып килгән.

 

Автомобиль алғы һыҙыҡҡа юлға сығыр алдынан уға Башҡортостан халҡы йыйған гуманитар йөк тултырылды.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: