Әлбиттә, “әсәлек капиталы” тураһындағы яңылыҡ күптәрҙе шатландырҙы. Был турала яҙҙыҡ: Маткап йәнә арта! (ye102.ru)
Президент белдереүенсә, властар балалы ғаиләләрҙең килеме йылдам артһын өсөн (бигерәк тә инфляциянан юғары булыуы шарт) барыһын да эшләйәсәк.
РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков үҙ сығышында эшһеҙлек кимәленең тотороҡло булыуы тураһында ла һөйләне. Әйткәндәй, беҙҙә 570 мең кеше мәшғүллек үҙәгендә рәсми иҫәптә тора, ә “Рәсәйҙә эш” порталы базаһында 2,3 миллион вакансия бар.
МРОТ күләме лә арта бара. 2023 йылдың 1 ғинуарынан 16,3 процентҡа (2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата) артасаҡ. Йәшәү минимумы күләме үҫеше 13,6 процент булыуы күҙаллана.
Балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса иһә яңы йылдан Берҙәм түләү системаһы индереләсәк. Был бала тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙәргә ҡағыла. Яңыса түләү ете ярҙамды үҙ эсенә аласаҡ.
Бынан тыш, бала көткән ҡатындарға айлыҡ түләү суммаһы ла артасаҡ.
Фото: Кремлин.ру