Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2022, 22:34

Аутизм менән сирләүсе балалар һаны арта

“Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумында аутизм менән сирләүсе инвалидтар тураһында ла һөйләшеү булды.

Аутизм менән сирләүсе балалар һаны арта
Аутизм менән сирләүсе балалар һаны арта

 Аутизм – ул психик һәм психологик үҫештең тотҡарланыуына бәйле сир.

БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был ауырыу  менән сирләүсе балалар һаны арта.   

   — Сирҙе иртә асыҡлау һәм ата-әсәһен бындай баланы ҡарарға әҙерләү мөһим. Шунлыҡтан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдында торған төп бурыстар – ауырыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, шуның нигеҙендә диагноз ҡуйып, дауалау тәғәйенләү, реабилитация һәм абилитация сараларын билдәләү, – тине семинар-кәңәшмәлә сығыш яһаусы  Татьяна Владимировна.

Аутизм менән  сирләүсе балаларға һәм ололарға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе  “Рассвет” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының эш тәжрибәһе менән танышыу ҙа сарала ҡатнашыусыларға файҙалы булғандыр. Был ойошма 2014 йылда Өфөлә ата-әсәләр көсө менән төҙөлгән һәм әле уңышлы эшләп килә. 

Фото:Ю.КӘРИМОВ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: