Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 13:30

Юл фажиғәләре - 7 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 13 кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 7 ноябрь
Юл фажиғәләре - 7 ноябрь

Кисен Шишмә районында, Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 28-се саҡрымында, 63 йәшлек ир "Toyota RAV4" машинаһында юлдан осҡан. Водитель үлемесле йәрәхәттәрҙән юл-транспорт ваҡиғаһы урынында һәләк булған. Уның водитель стажы - 44 йыл... Әлеге ваҡытта тикшереү башланған.

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов ошо ваҡиғаға бәйле бына ни тип яҙҙы: "Уважаемые водители, прошу быть особенно внимательными при движении на трассах. Чаще всего такие ситуации имеют место на узких дорогах при обгоне и других маневрах. Зачастую поводом служат и действия самих водителей. Стремясь вернуться на проезжую часть, они обычно сбрасывают газ и резко поворачивают колеса в сторону дороги. Эти действия являются ошибочными и дают тот вращательный импульс, который опрокидывает автомобиль".

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: