Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 10:20

Урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителә

Әбйәлил районында урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы һәм элекке участка урмансыһы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.

Урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителә
Урманды һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителә

Тикшереү версияһы буйынса, 2020 йылдың сентябренән 2021 йылдың ғинуарына тиклем улар ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуарға 190 мең һумлыҡ ағас бүлгән. Шул уҡ ваҡытта документтарҙа, мутлашыусылар, ҡырҡылырға тейешле ағас күләмен кәметеп күрһәтә.

 

Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше Әбйәлил районы судына ебәрелгән.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: