Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 21:00

Улым!

  Көндәр матур тора, көҙгө ҡояш Күңелдәрҙе әле йылыта. Ағастарҙың сағыу кейемдәрен Төрлө төҫкә мансып балҡыта. Баҫыуҙарҙа эштәр тамамлана, Байлыҡ менән тула ҡуралар. Баҡса эше теүәлләнгән күптән, Ҡышҡылыҡҡа әҙер уңғандар. Әүәлгесә ҡыңғырауҙар сыңлай, Балаларың йөрөй мәктәпкә. Ярҙамсылар улар әсәһенә, Оло терәк, улым, һин юҡта. Ут ҡабынғас, энә - ебен алып, Йыйылалар апай, инәйҙәр. Ил һаҡларға киткән уландарға Йылы ойоҡбаштар бәйләйҙәр. Барып етер һеҙгә, тойорһоғоҙ Әсәйҙәрҙең күңел йылыһын. Һаҡлар улар утлы ғәрәсәттән Ғүмерҙәрен ғәзиз улының. Ныҡ булығыҙ, улым, ныҡ тороғоҙ, Беҙ көтәбеҙ: иҫән ҡайтығыҙ. Ауыр булыр, юғалтыуҙар булыр, Ир намыҫын бер үк һатмағыҙ.   Рәмзиә Монасипова

Улым!
Улым!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: