Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 18:20

Уларҙың ҡаһарманлығы һоҡландыра

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  тормош ауырлыҡтарына юғалып ҡалмаған замандаштарыбыҙ менән һоҡланыуын йәшермәне. 

Уларҙың ҡаһарманлығы һоҡландыра
Уларҙың ҡаһарманлығы һоҡландыра

– Шуныһы мөһим: кеше үҙен бөтә тармаҡта ла кеше итеп тойһон һәм фәндә, мәҙәниәттә, спортта һәм башҡа йүнәлештәрҙә  үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алһын  өсөн,  тағы бер  ҙур бурыстарҙың береһе – уңайлы социаль мөхит булдырыу.  Белеүегеҙсә, беҙҙең республика спорттың Паралимпия төрҙәре өсөн спортсылар әҙерләү үҙәге булып тора. Ә Рима Баталова 1992 йылда Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында  алтын миҙал яулаусы тәүге спортсы һанала. Тап ул Рәсәй Президенты Владимир Путинға спортсылар әҙерләүсе үҙәк кәрәк, тип мөрәжәғәт итте. Әлеге ваҡытта Республика спорт әҙерлеге үҙәге уның исемен йөрөтә,  – тип билдәләп үтте Радий Хәбиров  бөгөнгө форумдағы  сығышында.    

Төбәк етәксеһе Башҡоростан ошондай ғәжәп кешеләргә бай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Улар араһында хәрби бурысын үтәгәндә казарма емерелеү арҡаһында инвалид булып ҡалып та үҙенең рух ныҡлығын юғалтмаған Рөстәм Нәбиев, ДЦП диагнозлы ҡыҙыҡай Милана Буркина һ.б. Бер аҙна элек Милана “Беҙҙең заман геройы” фестиваленең федераль премияһы лауреаты булды.   Пленар ултырыш ваҡытында Радий Фәрит улы кескәй ҡыҙҙың ҡаһарманлығы менән һоҡланыуын йәшермәне һәм уға    иҫтәлекле бүләк тапшырып үтте.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: