БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, осрашыуҙар һәр яҡ өсөн дә әһәмиәтле тип табылған, Әрмәнстан партнерҙарыбыҙ республика етештереүселәренән ентекле мәғлүмәт алған.
Бизнес-миссия менән барған вәкилдәр түбәндәге предприятиелар менән таныштырған: «Миротент» (спанбод һәм полипропилен сумкалар етештереүсе), «Техномаш» (йылытыу ҡаҙанлыҡтары өсөн торбалар), «Комфорт Пласт» (төҙөлөш-биҙәү материалдары), «Башкирский фарфор» (һауыт-һаба) һ.б.
Сәфәрҙә шулай уҡ Әрмәнстандың Юғары технологиялы сәнәғәте, Иҡтисад министрлыҡтары, Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар берлеге вәкилдәре менән дә осрашыуҙар ойошторолған.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.