Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 17:03

Радий Хәбиров - йоғонтоло лидер

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы ил төбәктәре башлыҡтарының сираттағы рейтингын билдәләгән. Башҡортостан Башлығы ул исемлектә бер төркөмдән икенсеһенә күсерелгән.

Радий Хәбиров - йоғонтоло лидер
Радий Хәбиров - йоғонтоло лидер

Агентлыҡ белгестәре Радий Хәбировты "көслө йоғонтоло"лар төркөмөнән сығарып, "бик көслө йоғонтоло" ("очень сильное влияние") төркөмөнә индергән.

Был төркөмдә Мәскәү мэры Сергей Собянин, Чечня Башлығы Рамзан Ҡадиров, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов бар. Шулай уҡ күршебеҙ Татарстан етәксеһе лә ошонда. Уларҙан тыш, Тула, Төмән, Мәскәү, Кемерово, Калининград, Белгород, Нижегород, Силәбе өлкәләре губернаторҙары ла беҙҙеке менән бергә.

Иң яҡшы төркөмгә инеү өсөн инвестициялар йәлеп итеүҙә, ЖКХ өлкәһендә бик тырышып эшләргә кәрәк. Өҫтәүенә, әлеге исемлекте төҙөгәндә СВО-ла ҡатнашыу, өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыуҙы ойоштороу кеүек мөһим эштәр тикшерелгән.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: