Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь , 10:42

Призывниктарға ял көнө ҡаралғанмы?

Эйе, ҡаралған. Хеҙмәткә саҡырылған хәрби хеҙмәткәр, дисциплинар язаһы булмаһа, командирҙың ҡушыуы буйынса аҙнаһына бер тапҡыр ял көнөнә хоҡуҡлы.

Призывниктарға ял көнө ҡаралғанмы?
Призывниктарға ял көнө ҡаралғанмы?



Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш 1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем уҙа. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Йыйылма пунктынан 2022 йылдың 10 ноябренән оҙата башлау күҙаллана. Һәр призывник кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Саҡырылыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ошонда: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1463

Өҫтәмә һорауҙарҙы хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн булдырылған ҡыҙыу линия телефоны буйынса бирергә мөмкин:

  8 (347) 228-02-92 - Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе
(эш көндәрендә - сәғәт 09:00-ҙан 19:00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә - сәғәт 10:00-дан 17:00 сәғәткә тиклем)

  8 (347) 253-13-48 – Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатындағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге (эш көндәрендә - сәғәт 09:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем)

  122, өҫтәмә номер 1 – Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге (көн һайын – сәғәт 8:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем)

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в