Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 14:40

Пензанан ҡайнар сәләм!

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итә: - Кисә, 7 ноябрь, Сибай, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан хеҙмәттәштәрем менән бергә мобилизацияланған егеттәрҙең хәлен белештек.

Пензанан ҡайнар сәләм!
Пензанан ҡайнар сәләм!



Улар менән аралашып, күңелдәрендә Ватанды һаҡларға әҙер булыуҙары, баймаҡтар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы. Егеттәр дәртле рухлы, улар өсөн борсолмаҫҡа, еңеү менән ҡайтырға вәғәҙә бирҙеләр.

Хәҙер хәрби эшкә ысын мәғәнәһендә өйрәнергә, офицерҙар һәм остаздар биргән материалды мөмкин тиклем «һеңдерергә» кәрәк.

Алда - еңел булмаған мәсьәләләр, ләкин яугирҙарыбыҙ уларҙы намыҫ менән үтәсәктәр. Ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар. Ысын күңелдән уларға быны теләйем!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: