-10 °С
Болотло
“Релакс шә-әп булды”, – ти икән бынан сыҡҡан ирҙәр ҡәнәғәт тел шартлатып. Подъезда был һүҙҙәр башҡаларға ла ишетелә. Массаж яһаусы ҡыҙҙарҙың ярым яланғас йөрөүен дә күреп ҡалғандар.
SHOT телеграм-каналында яҙыуҙарынса, фатир хужалары тәҙрә төптәрендә контрацепция сараларын да күргеләй. Хатта бер ҡатындың килеп, ирем һеҙҙә аҡсаһын туҙҙыра, тип талашып йөрөгәнен дә ишетеүселәр булған.
Үәт, аптыраҡ, массаж салонымы был, әллә?..
Хәҙер уны хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерәсәк.