Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 09:40

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.

Көн торошо
Көн торошо

 

Бөгөн, 8 ноябрҙә, төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 1–6 градус һалҡын, көндөҙ 2 градус йылынан 3 градусҡаса һалҡын.

 

Шаршамбы, 9 ноябрҙә, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы, шулай уҡ боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 0–5 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡаса йылы.

 

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: