Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 14:13

Етәкселәр нимә уйлай?

Һорашып, шуны асыҡлағандар: быйыл эш биреүселәрҙең 63 проценты “яңы йыл премиялары” түләүҙән баш тарта.

Етәкселәр нимә уйлай?
Етәкселәр нимә уйлай?

Белгестәр быны ҡулайлаштырыу һәм бюджетты ҡырҡыу менән аңлата.

Ҡыҙыҡ килеп сыға: етәкселек Яңы йылды артыҡ ҙурҙан ҡупмай, ҡиммәтле артистар саҡырмай, ялтырауыҡтарға аҡса түкмәй үткәрергә ҡушҡайны, хәҙер килеп, хеҙмәткәрҙәргә премия йә “13-сө эш хаҡы” биреүҙән дә баш тартырға уйлайҙар. Үәт, экономия!

Һорашыуҙар шуны күрһәткән: эш биреүселәрҙең 37 проценты премия түләйәсәк. Шуларҙың 21 проценты һәр хеҙмәткәргә түләйәсәген белдергән, ә 16 проценты, ҡайһы берәүҙәргә генә түләйәсәкмен, тигән.

Әйткәндәй, былтыр эш биреүселәрҙең 35 проценты премия түләмәгән. Быйыл бигерәк ҡаты ҡыланмаҡсылар шул.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: