+1 °С
Ясна
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумы йомғаҡтары буйынса тормошҡа ашырыласаҡ проекттар тураһында һөйләне.
«Башҡортостанда инвалидтар өсөн Туризм үҙәге төҙөләсәк. Беҙҙә тәбиғәт бик матур, уны бөтә граждандарға ла күрһәтке килә, шул иҫәптән сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә лә”, – тип яҙа ул.
Уның әйтеүенсә, форум йыл һайын үткәреләсәк һәм нимәләр эшләнгән, нимәгә иғтибар итергә кәрәк, билдәләнеп барасаҡ.