Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 22:12

Башҡортостан Хөкүмәте сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу  буйынса эш йүнәлештәрен билдәләне

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” күргәҙмә форумында “Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу – эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылыҡ элементы” тигән темаға сығыш яһаны. 

Башҡортостан Хөкүмәте сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу  буйынса эш йүнәлештәрен билдәләне
Башҡортостан Хөкүмәте сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу  буйынса эш йүнәлештәрен билдәләне

 

 Андрей Назаров үҙенең сығышында билдәләүенсә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу, уларға үҙҙәрен профессиональ йәһәттән тормошҡа ашыра алыу өсөн шарттар тыуҙырыу – эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығының төп аспекты булып тора. Был йәһәттән  республика предприятиелары яҡшы яҡтан айырыла.

   – Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә бөгөн    346 инвалид уңышлы  эшләп йөрөй.     «Альтернатива»  пластмасс изделиелар заводында сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 54 хеҙмәткәр иҫәпләнә, – тине Премьер-министр. –  «Пакер» ғилми-етештереү предприятиеһында  хеҙмәткәрҙәрҙе мәрхәмәтлелек проектына йәлеп итеү буйынса бай тәжрибә тупланған. Унда 18 инвалид эшкә урынлаштырылған.  «Газпром трансгаз Уфа» компанияһының социаль үҫеш курсы ла  йыл һайын республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә лайыҡлы баһалана.

Форумда билдәләнеүенсә,  «Кумпан Кафе» компанияһы ла насар ишетеүсе граждандар өсөн йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эш урындары ойошторорға планлаштыра. Шулай уҡ «Фабрик Косметик»  предприятиеһы 10 инвалидты эшкә алырға ниәтләй.

Андрей Назаров әйтеүенсә, бөгөн республикала «Социаль координатор» тигән яңы пилот проектҡа старт бирелә. Ул ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан граждандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.    

– Беҙҙең дөйөм бурыс  – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижади, рухи һәм профессиональ һәләтен тулыһынса тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү.  Республика бының өсөн мөмкин булғандың һәм булмағандың барыһын да эшләйәсәк, –  тине ул.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: