Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2022, 19:30

2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда түләнгән аҡсаның максималь күләме арта

РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе аңлатыуынса, пособиены иҫәпләп сығарыу өсөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро башланғанға тиклем ике календарь йылдағы эш хаҡы иҫәпкә алына.

2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда түләнгән аҡсаның максималь күләме арта
2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда түләнгән аҡсаның максималь күләме арта

- Пособие күләме нимәгә бәйле?

Был пособиеның күләме хеҙмәткәрҙең страховка стажына бәйле:

  8 йыл һәм унан күберәк булһа - уртаса эш хаҡының 100 проценты,
  5-тән 8 йылға тиклем булғанда - уртаса эш хаҡының 80 проценты,
  5 йылға тиклем булһа - уртаса эш хаҡының 60 проценты түләнә.

– 2023 йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләү күләме күпме тәшкил итәсәк?

2023 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнгән пособиеларҙы иҫәпләү өсөн уртаса бер көнлөк эш хаҡының сикке күләме 2 736,99 һум тәшкил итәсәк.

– 2022 йылда ошо түләү ниндәй күләмдә ҡаралған?

2022 йылда страховка стажы 8 йыл һәм унан күберәк булғанда ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса көндөҙгө пособиеның максималь күләме көнөнә 2 572,60 һум тәшкил итә.

2006 йылдың 29 декабрендәге «Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек осрағына һәм әсә булыуға бәйле мотлаҡ социаль страховкалау тураһында»ғы 255-се федераль закон: https://vk.cc/6oWST5
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: vk.com/wall-210976796_1481

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: