Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 13:30

Юл фажиғәләре - 6 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 6 ноябрь
Юл фажиғәләре - 6 ноябрь

Кисен Ҡалтасы районында, Краснохолмский-Нефтекама автоюлының 13-сө саҡрымында, Нефтекаманан 40 йәшлек ир "Kia Carens" машинаһында 61 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Йәйәүле авария урынында йән биргән. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.

Статистикаға ярашлы, ағымдағы йылдың 10 айында йәйәүлеләр ҡатнашлығында республикала 851 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа 77 кешенең ғүмере ҡыйылған, 806 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Был аварияларҙың өстән бер өлөшө тәүлектең ҡараңғы осоронда булған. Ҡағиҙә булараҡ, тәүлектең ҡараңғы осорондағы юл-транспорт һәләкәттәренең күпселеге фажиғәле тамамланыуы менән айырылып тора.

Йәйәүлеләр, водителдәр мине фар яҡтыһында яҡшы күрә, тип уйлап хаталана. Ҡара кейемдәге йәйәүлене водитель 25-30 метр арауыҡта ғына күреп ҡала...

Шуға ла водителдәргә тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, бик иғтибарлы булырға кәрәк. Йәйәүлеләргә лә һаҡ булырға ине. Кейемегеҙҙә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын! 

Барығыҙға ла хәүефһеҙ юлдар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: