Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 12:30

Йәйен дә йәшел, ҡышын да йәшел...

Был ни ғәләмәт? Һуңғы осорҙа тәбиғәт көйһөҙләнәме әллә кешеләр үтә иғтибарлы һәм күҙәтеүсәнгә әйләндеме? Яңыраҡ ҡына Ейәнсура районындағы йәшел япраҡлы ҡайын фотоһын һалғайныҡ. Шуға яуап итеп төрлө тарафтан видеояҙмалар килә башланы. Түбәндәге видеоны Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе  Юнир Айбатов төшөрөп һалған. Баҡсасы әйтеүенсә, алмағастар ҡышын да япраҡтарын ҡоймай, йәп-йәшел ултыра икән. Ағастарҙың япраҡтары ни өсөн йыл әйләнәһенә йәшел булып ҡала, тигән һорау менән ул баҡсасыларға ла мөрәжәғәт иткән. Тик яуап таба алмаған. Бәлки һеҙҙең арағыҙҙа был һорауға аныҡ ҡына яуап ҡайтарыусы табылыр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: