Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 13:15

Төндә музыка аҡыртҡан өсөн штраф түләйәсәк

Ағиҙел ҡалаһында бер ҡатынға ҡарата административ яуаплылыҡ тураһында протокол төҙөлгән.

Төндә музыка аҡыртҡан өсөн штраф түләйәсәк
Төндә музыка аҡыртҡан өсөн штраф түләйәсәк

Ул Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.5 статьяһы, 1-се пункты буйынса штраф түләйәсәк.

Ҡатын төндә музыканы ныҡ ҡысҡыртып тыңлаған да, күршеләренең йоҡоһон бүлгән. Быға яуапһыҙ ҡалһындармы ни? Әлбиттә, полицияға мөрәжәғәт иткәндәр. Суд көслө музыка яратыусыны ғәйепле тип тапҡан һәм 2000 һум күләмендә штраф түләтеү тураһында ҡарар сығарған.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: