Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 21:00

Наил, улым!

Наил улым, һиңә сират етте Тыуып үҫкән илде һаҡларға Төрлө саҡтар булыр, ә һин тырыш Беҙҙең ышанысты аҡларға!   Аллаҡайым һаҡлап йөрөтһөн бер үк, Ел-ямғырҙар һиңә теймәһен, Һуғыштарҙан килә торған хәбәр, Ныҡ үтенәм, беҙгә килмәһен!!!   Ысын ирҙәрҙең изге вазифаһы Илдең тыныслығын һаҡларға Тыуған ил еренең бер ҡарышын Бирергә ярамай яттарға!   Төрлө яҡтан семеткеләп-һуғып Уяттылар “Рәсәй айыуын” Һәр тарафтан килгән ғәҙелһеҙлек Ҡуҙғатты шул уның асыуын   Ғәҙеллекте яҡлаған илемде Яугир улдарыбыҙ һаҡлаһын Дөрөҫлөк яҡлап килгән ирҙәрҙе Ғәзиз Аллам үҙе һаҡлаһын!!!   Хоҙай әгәр бирһә ауырлыҡтар, Уға сыҙарға бирһен сабырлыҡ. Йәлләмәйсә көс һәм ҡеүәт бирһен Ел-дауылға ҡаршы барырлыҡ!   Тиҙерәк бөтһөн һуғыш афәттәре Еребеҙгә килһен тыныслыҡ! Яу ҡырынан имен-аман ҡайтып Һеҙ йәшәргә ерҙә бурыслы.   Зәбирә Н. Шишмә районы        

Наил, улым!
Наил, улым!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: