Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, республика бәйгеһенең дүрт еңеүсеһе һәм призёры йәмәғәт башланғысында мәғариф һәм фән министрының кәңәшселәре буласағын хәбәр итте.
Бына улар:
Юлия Смехова, Стәрлематаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2022 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында абсолют еңеүсе;
Зарина Ғәлләмова, Ҡариҙел районының Ҡариҙелдәге 1-се мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүсе;
Анастасия Ногина, Өфөләге 112-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе;
Эльмира Тазиева, Өфөләге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» призёры.
Улар министрға дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн үҙ башланғыстарын, министрлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр индерә ала.
Фото: Т. АМАНОВ.