Йыйып алынған уңыш 336 мең тонна. Гектар ҡеүәте уртаса 15,4 центнер. Былтыр бөтәһе 305 мең тонна көнбағыш һуғып алынған. Тимәк, быйыл уңыш мул буласаҡ.
Иң күп көнбағышты Стәрлетамаҡ районында йыйғандар - 33 мең тонна. Әлшәй, Мәләүез райондары күрһәткестәре лә яҡшы, ә Ауырғазыла һәм Ҡырмыҫҡалыла гектар ҡеүәте яҡшы - 23 центнер.
Әйткәндәй, Башҡортостан үҫемлек майы етештереү буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы ун төбәк исемлегендә.
Фото: ТГ-канал Радия Хабирова.