Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 20:15

Эстәге майҙы нисек бөтөрөргә?

Был күп ҡатын-ҡыҙҙы борсоған һорау.

Эстәге майҙы нисек бөтөрөргә?
Эстәге майҙы нисек бөтөрөргә?

Ҡытай һәм Америка ғалимдары бергә тикшеренеүҙәр үткәргән. Һәм шундай һығымтаға килгән: асығыу диетаһын интервал менән тотҡанда, эстәге (ҡорһаҡтағы) артыҡ майҙан тиҙ генә ҡотолорға мөмкин.

Тәжрибә үткәргәндә 132 кеше ҡатнашҡан. 44 кеше диетаны ваҡытҡа ҡарап тотҡан, 44 кеше әҙ углеводлы ризыҡ ашаған, йәнә 44 кеше ике ысулды ла ҡулланған.

Ваҡыт буйынса диета тотоусылар 8 сәғәт арауығында ашаған: кемдәрҙер иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кәсә, кемдәрҙер көндөҙгө 12-нән киске 8-гә тиклем. Шулай өс ай дауам иткән.

Һәм һөҙөмтә шундай: ваҡытҡа баҫым яһап ашау яҡшыраҡ икән. Һигеҙ сәғәт арауығында ашап туяһың да, ҡалған ваҡытта рәхәтләнеп эшләйһең йә ял итәһең. Әйткәндәй, әҙ углеводлы ризыҡ та эстән (ҡорһаҡтан) майҙы кәметеүгә булышлыҡ итә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: