Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 14:31

Бер ай эсендә ковид менән ауырыу кимәле 57 процентҡа кәмегән

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, бер ай эсендә коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы 57 процентҡа кәмегән.

Бер ай эсендә ковид менән ауырыу кимәле 57 процентҡа кәмегән
Бер ай эсендә ковид менән ауырыу кимәле 57 процентҡа кәмегән

 

 Республиканың инфекция госпиталдәрендә ковид  менән ауырыусы пациенттар өсөн 390 койка-урын булдырылған. Шуның 17 проценты  әлегә буш. Бөгөнгө көнгә яңы коронавирус инфекцияһының Башҡортостанда таралыу коэфициенты 0,8 процент тәшкил итә.

 БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлек эсендә  ковид менән сирләүсе 199 кеше теркәлгән. 185 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала. 2375 зарарланыусы амбулатор рәүештә дауалана.  

  3 222 859  кеше тулыһынса вакциналанған,    929 221  пациент ҡабаттан вакцина эшләткән.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: