Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 10:46

Беҙҙеке - иң шәп 100 проект исемлегендә

Башҡортостандың альпинизм федерацияһы ойошторған "Малидак" ғаилә фестивале былтыр Президент гранттары фонды хуплаған 100 проект иҫәбенә индерелгән.

Беҙҙеке - иң шәп 100 проект исемлегендә
Беҙҙеке - иң шәп 100 проект исемлегендә

«Малидак» спорт һәм экология фестивале ТОП-100-гә инеү өсөн 6 меңдән ашыу проект араһынан һайлап алынған. Малидак – Көньяҡ Уралдағы Еләкташ (Малиновая гора) һыртының бер өлөшө. Шул атамалағы фестиваль ғаилә менән бергә тау һыртына менеү, тәбиғәткә һоҡланыу, сәләмәт тормошто пропагандалау проекты. Һәм, әлбиттә, ярыш та. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 500 мең һум аҡса тотонолған. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 40 төбәгенән 2000 самаһы кеше ҡатнашҡан.

Тәүге фестиваль 2020 йылда үткән.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһынан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: