Тәүге этапта "Башавтотранс" "Yutong" компанияһы етештергән ике автобус һатып алған. Улар 51 пассажир йөрөтөүгә иҫәпләнгән һәм Ҡазанға, Ухта, Нижнекамск һәм илдең башҡа ҡалаларына рейстар башҡарасаҡ, шулай уҡ республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙы хеҙмәтләндерәсәк. "Yutong" автобустарын файҙаланыу тәжрибәһен иҫәпкә алып, компанияла автопаркты артабан тулыландырыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
- Пассажир ташыусыларҙың үҙ аллы туристик автобустар һатып ала башлауы ҡыуаныслы хәл, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн төбәккә ошондай 20-гә яҡын машина кәрәк. Шуға күрә автопаркты яңыртыуға компанияға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.