Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2022, 11:25

Башҡортостанда бер ҡатын әхирәттәре исеменә микрозаймдар алған

Ишембайҙа йәшәгән ҡатын кеше паспорттары менән займ алыуҙа ғәйепләнә. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Башҡортостанда бер ҡатын әхирәттәре исеменә микрозаймдар алған
Башҡортостанда бер ҡатын әхирәттәре исеменә микрозаймдар алған

Ғәйепләнеүсе 2021 йылда өс әхирәтенең паспорт мәғлүмәттәрен файҙаланып, төрлө микрокредит ойошмаһында 15 займ килешеүе төҙөгән. Кредиттарҙың дөйөм суммаһы 111 мең һумдан ашҡан.

 

Полиция енәйәтсенең эҙенә төшкән. Алынған аҡсаны мут ҡатын  букмекер ойошмаларындағы ставкаларға тотонған.

 

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған һәм килтерелгән зыянды өлөшләтә ҡаплаған. Суд уны 3 йылға иркенән мәхрүм итте.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: