Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноября 2022, 04:07

Балалар өсөн мультстудия

Дыуан районының төбәк моделле китапханаһында милли проект ярҙамында йәнһүрәт студияһы асылған.

Балалар өсөн мультстудияБалалар өсөн мультстудия
Балалар өсөн мультстудия
«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса яңыртылған китапханала хәҙер балалар өсөн «Росток» мультстудияһы эшләй. Ошо көндәрҙә унда йәнһүрәттәр донъяһына арналған тәүге дәрес үткәрелгән. Балалар «мультипликация» төшөнсәһе менән танышҡан, анимация өлкәһендәге һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт алған. Хатта малайҙар һәм ҡыҙҙарға өйгә эш тә бирелгән. Киләһе дәрескә улар йәнһүрәт итеп эшләй алырлыҡ шиғыр йә берәй ҡыҙыҡлы тарих әҙерләп килергә тейеш.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас