Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь , 15:30

Агросәнәғәт комплексын модернизациялауҙы дауам итергә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  агросәнәғәт компоексын модернизациялауҙы туҡтатмаҫҡа  һәм  яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙы дауам итергә ҡушты.

Агросәнәғәт комплексын модернизациялауҙы дауам итергә
Агросәнәғәт комплексын модернизациялауҙы дауам итергә

 

 Бөгөнгө ултырышта ул Башҡортостанда һуңғы 30 йыл эсендә бойҙай культуралары уңышы буйынса рекорд ҡуйылыуын – 5,2 млн тонна уңыш йыйып алыныуын тағы бер ҡат билдәләп үтте.

 «Хороший результат. Теперь нужно по-умному этим урожаем распорядиться, - тине республика етәксеһе. - Наша задача по модернизации АПК - не останавливаться на достигнутом. Мы должны это понимать. За четыре последних года закуплено сельхозтехники на 38 млрд рублей техники. Не останавливайтесь, пожалуйста. Я и главам муниципалитетов это говорю. Иначе мы ничего не сделаем».

Шул уҡ ваҡытта Радий Фәрит улы  эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү программаһына айырым иғтибар итергә ҡушты.  Уның әйтеүенсә,  программаны финанслауҙы арттарырға кәрәк, сөнки  ул әле үк яҡшы килем килтерә.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в