Урлашыу «Экватор» сауҙа үҙәгендә 60 секундта була. Битлек кейгән һәм фонарь тотҡан ике билдәһеҙ кеше офисҡа килеп, 45 килограмлыҡ сейфты бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ алып сыға һәм Яҡутов исемендәге парк яғына йүнәлә. Әле был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, енәйәтселәрҙе полиция эҙләй.
Билдәле булыуынса, сейф Өфөнөң ҙур төҙөүсе ойошманың директорыныҡы булған. Сейф хужаһы Сочиға ялға китер алдынан аҡса ҡалдырыу өсөн офисҡа килгән һәм был хаҡта уның яҡын кешеләре белгән.
Фото: Т. Аманов