Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 21:00

Юлда тыуған йыр...

Тулышты күңелдәр, Аңлайһың үҙең дә. Ҡалдың һин йыраҡта, Тик йәштәр күҙемдә. Кителеп төшкәндәй, Ҡылдары өҙөлдө. Илама күңелем, Илама, түҙ инде. Был яҙмыш юлдары, Ник аҡлы - ҡаралы? Йөрәктәр айырым, Яралы - Яралы. Ҡош юлдары буйлап, Барырмын, барырмын. Табырмын мин һине, Табырмын, табырмын. Аҡ томан урланы Юғалды эҙҙәрең. Һыныңды эҙләйем, Юлдарҙа күҙҙәрем. Өшөгән күңелем Яныңа талпына. Хоҙайым, һаҡлай күр, Балалар хаҡына. (Альбина Муллағол - Ғәлиуллина)

Юлда тыуған йыр...
Юлда тыуған йыр...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: