+12 °С
Болотло
Республика Хөкүмәтендә ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, Сибайҙа йыл әйләнәһенә эшләүсе "Шифа" лагеры барлыҡҡа киләсәк.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, балалар ялын уңайлы итеү һәм, әлбиттә, һауыҡтырыу йүнәлешен үҫтереү - беҙҙең етәкселектең өҫтөнлөклө эшмәкәрлеге.
Баҡһаң, "Шифа" өсөн ике йыл элек үк урын һайланып, унда иҫтәлекле капсула ла күмелгән икән.
Объектты төҙөү хаҡы 3 млрд һум тип иҫәпләнгән. Республика ҡаҙнаһынан капиталь грант суммаһы - 756 млн һум. Лагерҙа бер сменала 350 баланы ҡабул итергә ниәтләйҙәр. "Шифа" 2024 йылдың 1 сентябренә үҙ ишектәрен асасаҡ.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.