Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 00:17

Ҡот осҡос фажиғә...

Саҡмағош районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кеше һәләк булған...

Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...

Әлегә билдәле булыуынса, киске сәғәт ун икенселә Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө автомобиль юлының 64-се саҡрымында "Volkswagen Caravelle" менән "МАЗ" йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Volkswagen" машинаһынан дүрт кеше вафат булған, йәрәхәтләнгән алты кеше, шул иҫәптән бер бала, дауаханаға оҙатылған. Машина эсенән һәләк булған һәм йәрәхәтләнгән кешеләрҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сығарған. 

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юлда хәрәкәт ябылмаған.

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов та фажиғә урынына юлланған.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: