Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 12:51

Мобилизация буйынса китеүселәрҙең килеменә бәйле мәғлүмәт

Рәсәй Хөкүмәте ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тәртибен раҫлаусы ҡарар ҡабул итте.

Мобилизация буйынса китеүселәрҙең килеменә бәйле мәғлүмәт
Мобилизация буйынса китеүселәрҙең килеменә бәйле мәғлүмәт

Уға ярашлы, мобилизацияланғандарҙың килеме уларҙың ғаиләһенә социаль ярҙам алыу өсөн мохтажлыҡ кимәлен иҫәпләгәндә һаналмаясаҡ. Үҙгәрештәр түбәндәге түләүҙәр буйынса иҫәпләүҙәргә ҡағыла:

социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамы, 3 – 7 йәшлек балалар өсөн айлыҡ түләү, 8 – 17 йәшлек балаларға айлыҡ түләү, ауырлы ҡатынға йөклөлөктөң иртә осоронода иҫәпкә тороу өсөн түләү, ғаиләлә тәүге йәки икенсе бала тыуған (тәрбиәгә алынған) осраҡта түләнгән аҡса

Был социаль ярҙам алты айға билдәләнә һәм ғариза яҙыусы мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алыныуҙы раҫлау тураһында документтарҙы үҙаллы тапшырырға тейеш.

Быға тиклем Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килемен ғаиләһенә ҡайһы бер түләүҙәр өсөн иҫәпкә алмау тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне инде.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: