Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь , 14:43

Машина багажнигында өс бала табылған

Бөгөн иртән яңылыҡтар таҫмаһында күңелде өшөткөс хәбәр таралғайны: бер туған өс бала юғалған...

Машина багажнигында өс бала табылған
Машина багажнигында өс бала табылған

5, 10, 12 йәшлек балалар Иглинда кисә кис юғалған булған. Уларҙы эҙләүгә полициянан тыш, ирекмәндәр ҙә, битараф булмағандар ҙа ҡушылды.

Һәм, ниһайәт, балаларҙы табыу тураһында хәбәр килде. Улар иҫән-һау! Тик бына йорттары янында торған машина багажнигында йоҡлағандар. Сәбәбен үҙҙәре беләлер.

Өлкәндәр, балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в