Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 12:05

Кемдең башмаҡтары шәберәк?

Баш ҡалабыҙҙағы халыҡ яратҡан паркта төньяҡ йөрөшө буйынса ярыш үтте.

Кемдең башмаҡтары шәберәк?
Кемдең башмаҡтары шәберәк?

Етеҙ башмаҡтар”(“Быстрые башмачки”) Өфөлә инде 14-се тапҡыр ойошторолдо. Төньяҡ (скандинав) йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр Урмансылар паркына йыйылды. Ярышта Өфөнән, Салауат һәм Мәләүез ҡалаларынан 100-ҙән ашыу кеше етеҙлектә һәм оҫталыҡта һынашты. Ир-егеттәр – 5, ә ҡатын-ҡыҙҙар 2,5 саҡрым араны үтте. Иң өлкән ҡатнашыусыға 83 йәш тула. Зәкиә Даукаева финишҡа көр кәйефтә килеп етте.

Әйткәндәй, юлдың бер өлөшө “Өфө мунсағы” (”Уфимское ожерелье”) аша ине. Был трасса проект буйынса 2024 йылға киңәйтеләсәк.

фото: vk.com/ufa

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: