Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 14:11

Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк билдәләнде

Йыл һайын республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса иң яҡшы Күп функциялы үҙәктәре асыҡлана. Был учреждениеларҙың нисек эшләүен беләһегеҙ, МФЦ-лар - халыҡ өсөн.

Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк билдәләнде
Иң яҡшы Күп функциялы үҙәк билдәләнде

Быйыл конкурсҡа 148 ғариза килгән. Еңеүседәр ике номинация буйынса билдәләнгән: "Иң яҡшы МФЦ" һәм "Иң яҡшы универсаль белгес".

Түбәндәгеләр еңеүсе тип табылған:

«Ҙур ҡалаларҙағы МФЦ» – Өфөләге «Интернациональная» операция залы;

«Уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙағы МФЦ» – Бөрөләге бүлексә;

«Бәләкәй ҡалаларҙағы МФЦ» – Иҫәнғол ауылындағы бүлексә.

Шулай уҡ лауреаттар ҙа бар: Өфөләге "ХБК" операция залы, Октябрьскийҙағы, Дүртөйлөләге, Сибайҙағы, Шишмәләге, Языковтағы бүлексәләр.

"Иң яҡшы универсаль белгес"тәр: Мишкәнән Анна Яниева, Баҡалынан Иван Назаров һәм Октябрьскийҙан Эвелина Абдуллина.

Төбәк конкурсы еңеүселәре Бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: