Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 07:00

Фараздар менән йәшәмә...

Кеше фаразларға, ихтималларға ярата. Ошолай эшләһәм, былай буласаҡ, тегеләй эшләһәм, шулай буласаҡ, тип алдан үҙенә һеңдерергә маташа. Нимәнелер асыҡларҙан алда барыбер үҙенсә уйлай. Һәм шул фаразлауҙарға таянып эш итә. Гел генә уңышҡа осрамай, әлбиттә.
Бындай ғәҙәттең файҙалы булыуы ла мөмкин. Сөнки ул саҡта уйланырға ла кәрәкмәй. Мәҫәлән, форма кейгән кешене осратһаң, һин уның тәртип һаҡсыһы икәнен аңлай алаһың. Тик һәр ваҡыт фараздар менән генә йәшәргә ярамай! 
Яңылыш фараз итеп, табышынан ҡолаҡ ҡаҡҡан алтаҡта-иғландар яҙыусы кеүек булмағыҙ.
Шулай бер көн оҫтаға бай ҡатын килә. Ханым өйҙә эт барлығы тураһында ҡапҡаға ҡуйырға иҫкәртеү яҙҙырырға теләүен әйткән. Алтаҡта яҙыусы оҫта нимә тип яҙған, беләһегеҙме? “Һаҡ булығыҙ, бында яуыз эт бар!” тип яҙған. Һәм төптө яңылыш фаразлаған икән ул. 
Теге ханым:
– Ахмаҡ! – тип ҡысҡырып ебәргән. – Мин килгән кешеләрҙе: "Һаҡ ҡына шаҡығыҙ, этте уятмағыҙ!” – тип иҫкәртергә теләгәйнем.
Бай ҡатын был ирҙе әрләп киткән. Эштең асылын белмәйенсә, үҙеңсә фаразлау һәр ваҡыт дөрөҫ булмай шул...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: