Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2022, 19:00

Аҡҡошҡа ярҙам кәрәк

Ауырғазы районының Исмәғил ауылы халҡы күлдә тороп ҡалған яңғыҙ аҡҡоштоң яҙмышы өсөн борсола.

Аҡҡошҡа ярҙам кәрәк
Аҡҡошҡа ярҙам кәрәк

Һыу көндән-көн боҙ ҡатламы менән ҡаплана, һәм оҙаҡламай аҡҡоштоң бөтөнләй бәләгә тарыуы ихтимал.

«Беҙҙең күлдә аҡҡош туңа. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттыҡ. Тағы ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин икән?», - тип һорай урындағы халыҡ.

Уларҙың һүҙҙәренсә, аҡҡоштоң тәпәйе яраланған, шуға күрә ул йылы яҡҡа оса алмаған.

- Бөҙрә аҡҡоштар Башҡортостанда тәүге ҡыш ҡышламай (яңғыҙ ҙа, ғаиләләр менән дә).Был хаҡта Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы, Өфө ҡоштары атласы сайтында һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе битендә «Һоро муйын» акцияһы отчеттарында уҡырға мөмкин. Әгәр ҡош яраланған икән, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йәнлектәр донъяһын һаҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, - тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына орнитолог Полина Полежанкина.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: