Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2022, 14:00

Йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...

Миәкә районында янғында 21 йәшлек ҡыҙ һәләк булған...

Йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...
Йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн төндә (3:49 сәғ.) Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Миәкә районы Сытырбаш ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, Миәкә ауыл советы ирекле янғын һүндереү командаһы йүнәлтелгән. Мунсала сыҡҡан янғындан 2003 һәм 2004 йылғы егеттәр зыян күргән, уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында 2001 йылғы ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: