Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2022, 19:45

Учалыла һәйкәл асылды

Учалы ҡалаһының афғансылар скверында хәрби разведка подразделениеларының ойошторолоуының 104 йыллығы уңайынан һәйкәл асылды.

Учалыла һәйкәл асылды
Учалыла һәйкәл асылды

Һәйкәл асыу идеяһы менән Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының ҡала бүлеге начальнигы майор Денис Вәлитов сыҡҡас, район халҡы был изге башланғысты күтәреп алған. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, ил намыҫын һаҡлаған разведчиктарға арналған "Хәрби разведка" монументын эшләүҙә һәм ҡуйыуҙа әүҙем ярҙам күрһәткәне өсөн  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы, запастағы хәрби разведчик Илгиз Ирек улы Кинйәбаевҡа, "Урал таштары" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, запастағы хәрби разведчик Александр Павлович Сараевҡа, "Урал таштары" акционерҙар йәмғиәтенең баш механигы Андрей Александрович Глебовҡа, таш юныусыһы Сабит Саян улы Әйбәтовҡа, рәсам Зөфәр Рауил улы Ғизитдиновҡа рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: