Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2022, 16:49

Симит

Төркиәлә булған кешеләр был ҡаласты ашағаны барҙыр. Оҡшаһа, үҙегеҙ ҙә бешерә алаһығыҙ.

Симит
Симит

Он – 600 г

Ҡоро сүпрә – 1 балғалаҡ

Тоҙ – 1 балғалаҡ

Шәкәр – 60 г

Ҡамыр ҡабартҡыс – 1 балғалаҡ

Һөт – 400 мл

Үҫемлек (зәйтүн) майы – 50 мл

Ошо аҙыҡ-түлекте бергә ҡушып (һөттө әҙ-әҙләп), ҡамыр баҫырға. Ҡул менән 10 минут баҫырға, ти белгестәр. Һәм 40 минутҡа ултыртып торорға.

100 грамм (тәменсә алһағыҙ ҙа була) кунжутты ҡоро табала 1 – 2 минут ҡыҙҙырырға.

Айырым һауытта 1 ҡалаҡ бал менән 6 ҡалаҡ һыуҙы болғарға.

Ҡамырҙы 9 – 10 өлөшкә бүлергә лә, оҙон итеп һуҙып, жгут яһарға һәм бублик формаһында тоташтырырға.

Симиттарҙы 1 балғалаҡ тоҙ һалынған 2 литр ҡайнар һыуҙа 30 секунд самаһы бешереп алырға. 

Һуңынан уларҙы баяғы баллы һыуға һәм кунжутҡа манып, табаға йә формаға теҙергә лә 195 градус эҫелектәге духовкала 25 минут бешерергә.

Әйткәндәй, "һыуҙа бешереү" пунктын ҡалдырып китһәгеҙ ҙә ярай. Төркиәлә симитты һәр хужабикә үҙенсә бешерә, ти.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: