Илама, әсәй, илама...
Беләм, әсәй, ауыр һиңә,
Көтөүҙәре ҡайтыуымдың.
Һәр көн һайын хаттар яҙаң,
Һорашып һин хәлдәремде.
Илама һин, әсәй, илама,
Минең өсөн бушҡа ҡайғырма.
Йыраҡтарҙан ҡайтып үбермен,
Тик илама, әсәй, илама.
Бер аҙ ғына хат булмаһа,
Борсолаһың тағы әсәй,
Ҡайғырып һин, минең өсөн,
Ағарттырҙым сәстәреңде.
Үтер айҙар, үтер йылдар,
Ҡайтырмын мин яндарыңа.
Ҡыуандырып һине, әсәй,
Йәшәрмен мин был донъяла.
Артур Ғәҙелшин.