+15 °С
Болотло
Барлығы 250-ләп кеше баш ҡалабыҙ менән танышты. Нимә-нимә, ә беҙ ҡунаҡ итә беләбеҙ.
"Күп тәҡдимдән һуң, башҡорт аш-һыуын, яңыртылған Өфөнө күрһәтергә булдыҡ. Әлбиттә, Милли музейға саҡырҙыҡ. Башҡорт ҡурайсылары, уҡсылары ла оҫталығын күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Республика етәксеһе.
Туристар артабан Урал буйлап киткән - улар Һамар - Өфө - Екатеринбург - Һамар маршруты буйынса өс көн сәйәхәт итәсәк.
Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бының өсөн беҙҙә барыһы ла бар.
Фото: vk.com.