Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь , 21:54

Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте

Кисә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы ойошторолдо. “Сәнғәт төнө”нөң быйылғы девизы “Сәнғәт берләштерә” тип аталды.

Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте

Акцияның иң әүҙем ҡатнашыусылары – республика музейҙары. Һәр береһендә тиерлек төрлө күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар, йәрминкәләр уҙҙы.

Башҡортостандың Милли музейы һәм уның филиалдары бай йөкмәткеле саралар әҙерләгәйне. Нестеров исемендәге художество музейы, Әҙәбиәт музейы, Хәрби Дан музейы ла халыҡҡа үҙ программаһын тәҡдим итте.

Театрҙар, концерт ойошмалары ла онлайн һәм оффлайн форматта эшләне.

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларында акцияла ҡатнашыусылар һаны 22 мең кешенән ашты.

Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте
Башҡортостанда «Сәнғәт төнө» бай йөкмәткеле үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в