Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2022, 14:44

Бөгөн - Бөтә донъя ирҙәр көнө

Баҡһаң, ноябрҙең тәүге шәмбеһендә шундай ҙа шәп дата бар икән! Уны Михаил Горбачевтың тәҡдиме буйынса булдырғандар.

Бөгөн - Бөтә донъя ирҙәр көнө
Бөгөн - Бөтә донъя ирҙәр көнө

Донъя йәмәғәтселеге 2000 йылда СССР-ҙың элекке президентының тәҡдименә ҡолаҡ һалған. Рәсми булмаһа ла, Бөтә донъя ирҙәр көнө билдәләнеүе юҡҡа түгел. Хәйер, Халыҡ-ара ирҙәр көнө лә бар ул - 19 ноябрҙә. Булһын шул. Ирҙәр ҙә булһын!

Әйткәндәй, ир-ат тураһында ҡыҙыҡлы факттар:

Пеләш ирҙәр оҙонораҡ, ҡеүәтлерәк, аҡыллыраҡ күренә, имеш.

Ир-егеттәр монологта бик оҫта.

Көслө заттың IQ кимәле юғарыраҡ була икән.

Ир-егеттәрҙең аяғы, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда, 20 процентҡа тиҙерәк үҫә, ти.

Ир-ат кешенең йөҙ-ҡиәфәтен тауышынан белә ала. Был уларға тәбиғәттән бирелгән һәләт, имеш.

Егеттәр һөйгәне янында аҙымын әкренәйтә ала, ә бына дуҫтары менән атлағанда - юҡ. 

Статистикаға ярашлы, ирҙәр күп йылмаймай. Тәүлегенә ни бары 8 тапҡыр йылмая алалар икән. Сағыштырыу өсөн: гүзәл зат бер тәүлектә 62 тапҡыр тирәһе йылмая.

Сәләмәт булһын һәм оҙаҡ йәшәһен ир-егеттәр!

 

 

 

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: