Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноябрь 2022, 11:45

Ҡайһы ҡалала эш табыуы ҡыйын?

Республика ҡалаларында эшһеҙлек кимәле нисек? Белгестәр тикшереү үткәргән.

Ҡайһы ҡалала эш табыуы ҡыйын?
Ҡайһы ҡалала эш табыуы ҡыйын?

Ҡайһы бер сығанаҡтар яҙыуынса, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡайһы ҡалабыҙҙа эш урыны менән проблемалар булыуын өйрәнгән. 

Баҡһаң, иң юғары эшһеҙлек кимәле Ағиҙел ҡалаһында икән - 3,18 процент. 

Унан һуң Межгорье - 1,47 процент.

Дүртөйлөлә лә (районды ла иҫпәкә алып) эш табыуы еңел түгел. Бындағы эшһеҙлек кимәле 1,17 процентты күрһәтә.

Шулай уҡ Благовещенск (1,12 процент) менән Стәрлетамаҡ та (1,04 процент, район менән бергә) эш эҙләүселәргә уңайлы төбәк түгел, имеш.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: