Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Ноябрь 2022, 19:15

Юл фажиғәләре - 3 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике йәйәүле һәләк булған, ун кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 3 ноябрь
Юл фажиғәләре - 3 ноябрь

Киске сәғәт етенселә Кушнаренко районында, Мәскәү-Өфө автомобиль юлының 1307-се саҡрымында, Межгорье ҡалаһынан 34 йәшлек водитель "Mercedes-Benz Actros" йөк машинаһында 54 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Йәйәүле ваҡиға урынында йән биргән. Уның кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған...

Киске сәғәт ун бер тирәһендә Бөрөлә 24 йәшлек водитель "Hyundai Solaris" машинаһында ирҙе тапаған. 37 йәшлек ир тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Водителдең әйтеүенсә, йәйәүле юл уртаһында ятҡан, ҡара төҫтәге кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: